Стратегия развития башкирского народа. Милли уйындар, йолалар, байрамдар (часть 4) презентация

Слайд 2

Милли уйындар, йолалар, байрамдар.
Һабантуй, Мәргән уҡсы, Йәштәр йыйыны һ.б. йыл да үткәрелеп килә.

Шуларға өҫтәп яңыларҙы индерергә кәрәк. Милли байрам- уйындар йыл буйына дауам итергә тейеш.
Милли уйындарҙы башҡорт йолалары һәм байрамдары менән берлектә үткәрергә отошлораҡ. Милли уйындар төрҙәрен һәм уларҙың үткәреү графигын төҙөргә. Классификацияларға. Башҡортостандың төрлө райондарында этнотуризм өсөн байрам- уйындар исемлеген төҙөргә. Байрам- уйындарға дөйөм исемдәр бирергә. Китап сығарырға. Фильм төшөрөргә.

Слайд 3

Төп башҡорт уйындары:
Ат сабыш, көрәш, уҡ атыш, ҡалаҡтағы йомортҡа менән

йүгереү, көйәнтә менән һыу ташыу, тоҡ менән йүгереү, тоҡ менән һуғыш, бағанға менеү, таш ырғытыу, көршәк ватыу, арҡан тартыш, таяҡ тартыш, ҡул көрәштереү, ылаҡ, ашыҡ (йәкәл һуғыу), арҡан ырғытыу һ.б.

Слайд 4

I. Байрам- уйындарға
дөйөм исемдәр бирергә:
1)Йыл миҙгелдәре буйынса дөйөм исемдәр

бирергә (һабантуй, йәйге майҙан, көҙгө байрам, ҡышҡы ярыш, йыйын һ.б.).
2)Ай исемдәре буйынса исемдәр бирергә (һабанай майҙаны, ҡарасай ярышы, ҡырпағай йыйыны...).
3)Көҙгө һунар- ҡошҡа һунар, уңыш байрамы һ.б.

Слайд 5

I I. Классификация
1)Йыл миҙгелдәре буйынса: ҡышҡы, яҙлы- көҙгә, йәйге уйындар.
2)Спорт төрҙәре буйынса:

Мәҫәлән, уҡ атыш буйынса һыбай атыш, төҙлөккә, тиҙлеккә, йыраҡлыҡҡа төрлө уйындан үткәрелә.
-Ат уйындары: ат сабыш, ҡулъяулыҡты ерҙән алыу, һыбай уҡ атыш, ылаҡ, ҡыҙ ҡыуыу, ат санаһы ярышы.
-Һуғыш уйындары (ҡылыс алыш, уҡ атыш, һөңгө ҡаҙау, бысаҡ-хәнйәр уйындары, ҡалҡан менән уйындар, сыбыртҡы- ҡамсы менән уйындар)
-Сослоҡ- етеҙлек уйындары: ҡалаҡтағы йомортҡа менән йүгереү, көйәнтә менән һыу ташыу, тоҡ менән йүгереү, тоҡ менән һуғыш, бағанға менеү.
-Көс уйындары: көрәш, таш ырғытыу,.
-Универсаль уйындар.
-Киске уйындар(бүлмә уйындары): йөҙөк һалыу.

Слайд 6

3)Енес айырмаһы буйынса:
-Егеттәр уйындары: Ат сабыш, көрәш, уҡ атыш, таш ырғытыу, арҡан

ырғытыу.
-Ҡыҙҙар уйындары: көйәнтә менән һыу ташыу, тоҡ менән йүгереү, ҡалаҡтағы йомортҡа менән йүгереү, көршәк ватыу.
-Балалар уйындары: тоҡ менән һуғыш, бағанға менеү, таяҡ тартыш, ашыҡ (йәкәл һуғыу).
-Команда уйындары: арҡан тартыш.
Имя файла: Стратегия-развития-башкирского-народа.-Милли-уйындар,-йолалар,-байрамдар-(часть-4).pptx
Количество просмотров: 72
Количество скачиваний: 0