Слайд 2
![Ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы тамам, Бар эшемдең сыҡтым осона. Шуға күрә бөгөн таңдан алып Күкрәгемдән ҡоштар осорам.](/_ipx/f_webp&q_80&fit_contain&s_1440x1080/imagesDir/jpg/483202/slide-1.jpg)
Ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы тамам,
Бар эшемдең сыҡтым осона.
Шуға күрә бөгөн таңдан алып
Күкрәгемдән
ҡоштар осорам.
Слайд 3
![Аҡлыҡ, хаҡлыҡ өсөн көрәшселәр! Тәү бүләгем һеҙгә, ҡарағыҙ: Ҡанаттарын ғорур ҡаға-ҡаға Күтәрелде күккә ҡарағош.](/_ipx/f_webp&q_80&fit_contain&s_1440x1080/imagesDir/jpg/483202/slide-2.jpg)
Аҡлыҡ, хаҡлыҡ өсөн көрәшселәр!
Тәү бүләгем һеҙгә, ҡарағыҙ:
Ҡанаттарын ғорур ҡаға-ҡаға
Күтәрелде күккә ҡарағош.
Слайд 4
![Юлдағылар! Һеҙгә ебәрәмен Ел - дауылдар үтер торнаны.](/_ipx/f_webp&q_80&fit_contain&s_1440x1080/imagesDir/jpg/483202/slide-3.jpg)
Юлдағылар! Һеҙгә ебәрәмен
Ел - дауылдар үтер торнаны.
Слайд 5
![Сирлеләрем, кәкүк осорам һеҙгә Оҙаҡ – оҙаҡ саҡыра торғанын.](/_ipx/f_webp&q_80&fit_contain&s_1440x1080/imagesDir/jpg/483202/slide-4.jpg)
Сирлеләрем, кәкүк осорам һеҙгә
Оҙаҡ – оҙаҡ саҡыра торғанын.
Слайд 6
![Сығып осто ярһыу бер һандуғас, Ғашиҡтарым, һеҙҙең өлөшкә.](/_ipx/f_webp&q_80&fit_contain&s_1440x1080/imagesDir/jpg/483202/slide-5.jpg)
Сығып осто ярһыу бер һандуғас,
Ғашиҡтарым, һеҙҙең өлөшкә.
Слайд 7
![Көткәндәргә - аҡ күгәрсен килер, Яңы өмөт өҫтәп өмөткә.](/_ipx/f_webp&q_80&fit_contain&s_1440x1080/imagesDir/jpg/483202/slide-6.jpg)
Көткәндәргә - аҡ күгәрсен килер,
Яңы өмөт өҫтәп өмөткә.
Слайд 8
![Хыялыйҙар , сая һәм йыуаштар! Һәммәгеҙгә тейер ҡошом бар.](/_ipx/f_webp&q_80&fit_contain&s_1440x1080/imagesDir/jpg/483202/slide-7.jpg)
Хыялыйҙар , сая һәм йыуаштар!
Һәммәгеҙгә тейер ҡошом бар.
Слайд 9
![Ғәмһеҙҙәргә генә һис нәмә юҡ Әйҙә улар ҡошһоҙ торһондар.](/_ipx/f_webp&q_80&fit_contain&s_1440x1080/imagesDir/jpg/483202/slide-8.jpg)
Ғәмһеҙҙәргә генә һис нәмә юҡ
Әйҙә улар ҡошһоҙ торһондар.