Тыуасаҡ таң, тыуасаҡ яҙ өсөн (Бөйөк Ватан һуғышы һәм әҙәбиәт) презентация

Слайд 7

Мөхәмәтйәров Хәй Ғабдрафиҡ улы 1911 йылдың 15 сентябрендә хәҙерге Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы Ҡунаҡбай

ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән үҙе теләп фронтҡа китә һәм 1941 йылдың декабрендә Көньяҡ фронтта батырҙарса һәләк була.

Слайд 9

Мәлих Харис (Мәлих Харис улы Харисов) 1915 йылда Саҡмағош районының Яңы күл

ауылында тыуған. Бик йәшләй етем ҡалыуына ҡарамаҫтан, бе­лемгә ынтыла. 1941 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Шул уҡ йылда хәрби хеҙмәткә алынып, офицерҙар курсында уҡып сыға. 1944 йыл­да Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк була.Мәлих Харистың ижади ғүмере бик ҡыҫҡа, ни бары 7 – 8 йыл була, сәскә атып өлгөрмәй өҙөлә. Әммә ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә лә байтаҡ шиғыр, баллада яҙып ҡалдыра

Слайд 31

Батыр Вәлид (Батыр Хәжиәхмәт улы Вәлитов) 1905 йылдың 20 апрелендә Башҡортостандың Баймаҡ районының

Тоҡтағол ауылында ярлы шахтер ғаиләһендә тыуған. Йәшләй етем ҡалып, байҙарҙа көтөү көтә, приискыларҙа эшләп, төрлө ауырлыҡтар күреп үҫә. Тәүҙә Ташлы ауылындағы балалар йортонда тәрбиәләнә. Өфөгә килеп, В. И. Ленин исемендәге интернат мәктәбенә уҡырға инә. Мәктәпте тамамлағас, ул рабфакта, Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. Уның бер-бер артлы “Асыу ҡатыш йылмайыу”, “Тау балаһы”, “Борғо тауышы”, “Еңеү” кеүек шиғырҙар йыйынтығы баҫыла. “Ҡуңыр буға”, “Ирәндек буйында”, “Салауат маршы” кеүек йырҙарҙың текстары бынан алтмыш йылдар элек Батыр Вәлид тарафынан яҙылғандар. . Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, фронтҡа китә, фашистарға ҡаршы дәһшәтле көрәштәрҙә Батыр Вәлид ауыр контузия ала һәм шуның һөҙөмтәһендә инде бөтөнләй һуҡырая. Шағир шундай бәхетһеҙлеккә осраһа ла, ҡәләмен ташламай. Уның “Бүләгем”, “Һайланма әҫәрҙәр”, “Йырлайыҡ, дуҫтар”, “Күңел күҙе”, “Ҡурай моңо”, “Йылдарым — йырҙарым” китаптары баҫылып сыҡты. “Тау балаһы”, “Билсән Сөләй”, “Ҡауышыу”, “Уралға йырым” кеүек поэмалары бар. 1969 йылда үлә.

Слайд 33

Мөжәһит Хәйретдинов (1901 – 1944) Туймазы районы Төрөкмән ауылында тыуған. 1919 йылдан Граждандар һуғышында

ла, 1938 йылда япон самурайҙарына ҡаршы һуғыштарҙа ла ҡатнаша. 1941 йылдан - тағы һуғышта. 1942 йылда Х.Мөжәй командалыҡ иткән полк ҡамауҙа ҡала, уны һушын юғалтҡан килеш әсирлеккә алалар. Фашистарҙың ҡот осҡос Дахау концлагерында һынмаҫ рух көсө күрһәтә. Фашистарға ҡаршы йәшерен ойошма етәкселәренең береһе була ул. Донос буйынса тотолоп, ҡаты ғазаплап, 1944 йылда язалап үлтерәләр. Һуғышҡа тиклем “Мылтыҡлылар”, “Гүзәл йәшлек” китаптары баҫылып сыҡһа, һуғыш ваҡытында шағирҙан “Окопта яҙылған шиғырҙар” тигән биш дәфтәр ҡала. Уның тормошо һәм ижады хаҡында Самат Шакирҙың “Үлемһеҙлек” исемле китабы баҫылып сыҡты (1981 й.)
Имя файла: Тыуасаҡ-таң,-тыуасаҡ-яҙ-өсөн-(Бөйөк-Ватан-һуғышы-һәм-әҙәбиәт).pptx
Количество просмотров: 15
Количество скачиваний: 0