Шәкир Гиниәт улы Насыров 1913—1968 презентация

Слайд 3

Насыров Шәкир Гиният улы 1913 йылдың 6 мартында Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе

Ибраһим ауылында тыуа. Башланғыс белемде ул тыуған ауылында ала. 1931 йылда Өфө сәнәғәт-иҡтисад техникумын тамамлай.

Шәкир Гиниәт улы Насыров 
1913—1968

Слайд 5

Шакир Ғиниәт улы әҙәбиәт өлкәһена 30-йылдар тирәһендә аяҡ баҫа. Күп һанлы очерктарында

коллективлаштырыу һәм индустриалаштырыу мәсьәләләрен бәйән итә. Хикәйәләрендә ул яңы тормошҡа аяҡ баҫыусы эшсе һәм крәҫтиәндәрҙең йәшәү шарттарын һүрәтләндерә.
Драматургия өлкәһендә яҙыусы 50-се йылдарҙа уңышлы ижад итә. Бер актлы пьесалар, скетчтар, интермедиялар тормоштоң кәмселеген яҡтыртҡан әҫәр булараҡ, күп тапҡыр халыҡ театры сәхнәләрендә, Башҡорт дәүләт филармонияһында сәхнәләштерелә.
Хикәйәләр ижад иткәндә яҙыусы теле халыҡсанлығы, ябайлығы һәм бай сюжетлы булыуы менән айырылып тора.
Шулай уҡ Шакир Насыров тәржемәсе булараҡ та таныла. Уның тарафтан Лев Толстойҙың, Иван Тургеневтың, Максим Горькийҙың һәм башҡаларҙың әҫәрҙәре тәржемә ителә.

Слайд 7

Яҙыусы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Ул һуғыштағы ҡаһарманлығы өсөн «Ҡыҙыл йондоҙ» ордены һәм

миҙалдар менән бүләкләнә.

Слайд 9

Үҙ алдына талапсанлыҡ буйынса ундай яҙыусы әллә ни күп түгелдер.
Динис Исламов
Шакир Насыров

хикәйәсе һәм уның ысын оҫтаһы ине. Шуныһы мөһим: илленсе йылдарҙа ул башҡорт әҙәбиәтендә, айырыуса хикәйә жанрын үҫтереүҙә лайыҡлы өлөш кереткән әҙип. Шулай уҡ күп һандағы очерктарҙың, бер актлы пьесаларҙың авторы.
Ш.Насыров тәржемә өлкәһендә лә күп көс һалған кеше: рус теленән, классик әҙәбиәттән ул хәтһеҙ әҫәрҙәр тәржемә итте.
Вәзих Исхаков

Слайд 10

Шакир Насыровтың ижады- тормоштоң үҙе кеүек үк ихлас йылмайта һәм көлдөртә, нәфрәтләндерә

һәм шатландыра, илһамландыра һәм тәрән уйҙарға һала, кешенең күңел донъяһын паклай һәм дауалай, яҡтыға һәм камиллыҡҡа әйҙәй торған күп ҡырлы, фәһемле ижад ул. Уның уҡыусы күңеленә юл ярған үткән яҙмышы матур булған кеүек, киләсәге лә өмөтлө.
Ғиниәт Ҡунафин
Ижади мираҫы күләме яғынан әллә ни ҙур булмауына ҡарамаҫтан, Ш. Насыров оҫта художник булып таныла. Уны башҡорт әҙәбиәтенең Чеховы тип тә атайҙар. Яҙыусы әҫәрҙәренең сюжететын йыйнаҡ, мауыҡтырғыс, аңлайышлы итеп ҡора белеүе менән тап Чеховса тип әйтәбеҙ ҙә инде.
Ғиндулла Шәйәхмәтов

Слайд 12

Яҙыусының ижад емештәре
Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 1963.
Серле ҡая. Повесть һәм хикәйәләр, Өфө, 1966.
Летучая

мышь. Рассказы, Уфа, 1956.
Одноухий Хисами. Рассказ, Уфа, 1969.
Бер актлы пьесалар. Өфө, 1970.
Ике егет. Өфө, 1974.
Имя файла: Шәкир-Гиниәт-улы-Насыров-1913—1968.pptx
Количество просмотров: 23
Количество скачиваний: 0