Мәғариф сәйәсмәндәренең түңәрәк өҫтәле презентация

Содержание

Слайд 2

Мәғариф сәйәсмәндәренең түңәрәк өҫтәле

Форматы: мәғариф министры йәки уның урынбаҫары менән конкурста ҡатнашыусының актуаль

темаға ҡоролған, үҙенең авторлыҡ позицияларын күрһәтеүгә йүнәлтелгән асыҡ һөйләшеүе.
«Түңәрәк өҫтәлдең» темаһы Ойоштороу комитеты тарафынан билдәләнә.

Слайд 3

Конкурста ҡатнашыусыларҙа тыуған ҡыйынлыҡтар

1. Дискуссияла (бәхәстә) ҡатнашыу;
2. Үҙеңдең фекереңде яҡлау һәм башҡа сит

фекерҙе ҡабул итә белеү оҫталығы;
3. Дөрөҫ һорау бирә белеү;
3. Дөрөҫ яуап бирә белеү;
4. Дөрөҫ һөйләй белеү.

Слайд 4

Нимә ул дискуссия (бәхәс)?

Бәхәстең нигеҙе - ул фекереңде дәлилләй һәм иҫбатлай белеү. Берәү

фекерҙең дөрөҫ булыуын иҫбатлай, ә икенсе – уның хаҡ булмауын.
Иҫбатлау тезисы ул — дөрөҫ булыу-булмауҙы дәлилдәр менән аңлатҡан фекер. Ул — беҙҙең эшебеҙҙең туранан-тура һөҙөмтәһе.  Төп маҡсат — тезис, тезисты яҡлау йәки кире ҡағыу.
.

Слайд 5

Ни өсөн дискуссия (бәхәс) үткәрелә?

1. Конкурсантты тикшереү процесына йәлеп итеү
2. Билдәле бер һорау

буйынса бер фекергә килеү
3. Ошо проблемаға ҡарата үҙеңдең фекереңде, ҡараштарыңды аңлатып биреү.
4. Бер-береңде аңларға өйрәнеү.
5. Проблемалы мәсьәләне төрлө яҡлап, төрлө юлдар менән сисергә өйрәнеү.
6. Үҙ фекереңде, позицияңды яҡлай белергә өйрәнеү.
7. Башҡаларҙы тыңлай белеү.

Слайд 6

Ул ниндәй форматта үтергә мөмкин?

1. Дебат.
2. Түңәрәк өҫтәл.
3. Диспут.
4. Ток-шоу.
5. Мейе штурмы.

Слайд 7

Дискуссияның төп элементтары

1. Билдәле бер тема (проблема).
2. Төрлө фекерҙәрҙең ҡаршылығы (конфликт, бәхәс тыуыу).
3.

Билдәле ваҡыт аралығы һәм ҡағиҙәләр.
4. Кире бәйләнеш (яҡтарҙың фекер алышыуға әҙерлеге).
5. Ролдәргә бүлеү.

Слайд 8

Дискуссияла нисек уңышлы булырға?

Ҡағиҙә 1: Ҡағиҙә буйынса уйнағыҙ.
Ҡағиҙә 2: Үҙегеҙ дөрөҫ һорау бирергә

һәм башҡаларҙың һорауҙарына төплө яуап бирергә өйрәнегеҙ.
Ҡағиҙә 3: Типик хаталарҙан азат булығыҙ.
Ҡағиҙә 4: Критериҙарҙан ситләшмәгеҙ.

Слайд 9

Ҡағиҙә1: Ҡағиҙә буйынса уйна

1. Әйтер теләгең булһа, ҡул күтәр.
2. Агрессив булмағыҙ, йылмайығыҙ, позитив

булығыҙ, хистәрегеҙҙе ҡулда тотоғоҙ.
3. Тәнҡитләһәгеҙ, нимәлер тәҡдим итегеҙ.
4. Бер-берегеҙҙе тыңлағыҙ һәм ишетегеҙ.
5. Регламент тотоғоҙ, үҙемде күрһәтәм, тип монолог тотмағыҙ.

Слайд 10

Ҡағиҙә1: Ҡағиҙә буйынса уйна

6. Бер-берегеҙгә хөрмәт менән ҡарағыҙ. Тәнҡитләйһегеҙ икән, кешенең шәхесен түгел,

ә фекерен тәнҡитләгеҙ.
7. Фекерегеҙҙе көсләп таҡмағыҙ.
8. Аҡыл өйрәтеүҙән азат булығыҙ.
9. Дискуссияны (бәхәсте) дауам итегеҙ, әйтелгән фекерҙе ҡабатламағыҙ, яңы идея, фекер тәҡдим итегеҙ.
10. Фекерегеҙҙе миҫалдар менән нығытығыҙ.

Слайд 11

Ҡағиҙә2: Үҙегеҙ дөрөҫ һорау бирергә һәм башҡаларҙың һорауҙарына төплө яуап бирергә өйрәнегеҙ.

Һорау

төрҙәре
1. Мәғлүмәти (белемгә, йөкмәткегә йүнәлтелгән) – билдәле бер төшөнсә, хәрәкәт, факттар һәм фекер буйынса.
2. Ойоштороу (мәғлүмәтте аңлай (структуралай) белергә йүнәлтелгән) – һығымта сығарыу.
3. Баһалау (аңлай белеүгә, рефлексияға йүнәлтелгән) – проблемаға үҙ ҡарашың.
4. Проблемалы (уйлау һәм фекерләүгә йүнәлтелгән) – ниндәйҙер проблеманы яҡтыртыу.
5. Сағыштырыу (сағыштырыуға йүнәлтелгән) – ниндәйҙер хәлдәрҙе сағыштырыу, уртаҡ һәм айырмалы яҡтарын күрһәтеү.

Слайд 12

Ҡағиҙә 3: Типик хаталарҙан азат булығыҙ

1. Бәхәстең йөкмәткеһе буйынса.
2. Уның төҙөлөшө буйынса.
3. Бәхәс

ҡороу буйынса.

Слайд 13

Бәхәстең йөкмәткеһе буйынса хаталар

1. Теманан ситләшеү.
2. Аңлашылмаған йәки дөрөҫ булмаған аңлатма биреү.
3. Иҫбатлау

урынына, фекерҙе раҫларға тырышыу.
4. Бәхәскә тура килмәгән аргументтар килтереү.
5. Күп һәм урынлы булмаған цитаталар килтереү.

Слайд 14

Бәхәстең төҙөлөшө буйынса хаталар

1. Проблема ҡуймау.
2. Ялған фекер.
3. Урынһыҙ булған йәки логикаға тап

килмәгән аргументтарҙы үҫтереү.
4. Регламентты тотмау.

Слайд 15

Ярҙамсы фразалар

Минең уйымса… Фекерегеҙ менән ризалашам, сөнки… Фекеремде иҫбатлау маҡсатында, һеҙгә шундай миҫал килтерәм


Шуны өҫтәп әйтер инем...
Һеҙҙең сығышығыҙҙан шуны аңларға була...
Әгәр мин һеҙҙе дөрөҫ аңлаһам…
Сығышығыҙ ваҡытында һеҙ шундай фекер әйткәйнегеҙ… Һеҙҙең һорауығыҙға яуап биреп… Һеҙ ысынлап та …. тип уйлайһығыҙмы? Ни өсөн һеҙ …. тип уйлайһығыҙ?

Слайд 16

Бәхәс ҡороу буйынса хаталар

1. Ситуацияла үҙеңде дөрөҫ тота белмәү. Кәкәрмәгән мимика.
2. Агрессивлыҡ

күрһәтеү.
3. Телмәр хаталары.
4. Насар дикция, аңлайышһыҙ телмәр, һүҙҙәрҙе йотоу.
5. Артыҡ хисләнеп һөйләү йәки ауыҙ йомоп ултырыу.
6. Үҙеңде генә яратыу, мин-минлекте күрһәтергә тырышыу.
8. Фекер йөрөткәндә артыҡ ҡабаланыу, әңгәмәләшсеңде тыңлай һәм ишетә белмәү.
Имя файла: Мәғариф-сәйәсмәндәренең-түңәрәк-өҫтәле.pptx
Количество просмотров: 125
Количество скачиваний: 0