Аҫаба башҡорт өс нәмәне белергә тейеш: ырыуының шәжәрәһен, хандар тураһында риүәйәттәрҙе, өләңдәрҙе, йондоҙҙарҙы танырға презентация

Содержание

Слайд 2

Шәжәрәмдә – сал тарихы бабаларҙың
Бөгөнгөмдә, киләсәгем – балаларым.
Уралымдың яҙыласаҡ, яңырасаҡ
Шәжәрәһе – башҡортомдоң ал

ҡанында.
Шәжәрә – ул сал тарихҡа
Бағыр тәҙрә,
Күҙ яҙҙырһаң, шул тәҙрәнән атыр йәҙрә,
Ал бер үрнәк – бал ҡорттары
Төҙөй кәрәҙ.

Слайд 3

Ырыуым - сәнкем – ҡыпсаҡ.
Ағасым - ҡарағай.
Ҡошом - бөркөт.
Тамғам - тараҡ (тамға сифаты

-“ II” ).
Ораным - “Туҡһаба!”

Илен белмәгән – белекһеҙ, Нәҫелен белмәгән – намыҫһыҙ (Мәҡәл)

Слайд 4

Минең ғаилә

Слайд 7

Ҡартатайым Сарбулатов Фаил Абдрахман улының 57 йыл эш стажы була. 50 йыл

автокранда эшләй.
Ҡартәсәйем Сарбулатова
Фәниә Фәҡей ҡыҙы 43 йыл эш стажы булған башҡорт теле уҡытыусыһы.

Слайд 8

Ласынов Рәсүл улы маҡтаулы ауыл хужалығы белгесе.

Йылайыр районы ауыл советының
рәйесе

Слайд 9

Мин ғаиләмдә кем менән ғорурланам

Минең ҡарт олатайым Абдрахман Мырҙабулат улы Сталинград фронтында һуғышып

йөрөгән. 1943 йылда Сарбулатовтар ғаиләһенә “Без вести пропал” тигән хәбәре килә. 1950 йыл аҙаҡтарында район үҙәге Йомағужаға Сарбулатов Минулланы саҡырталар ҙа:”Бына һиңә Ленин ордены килгән”,- тиҙәр. Ул ҡағыҙҙы уҡый ҙа: “Был минең ағайым Абдрахманға килгән, уның ғаиләһе Баймаҡ районында йәшәй. Мин уларға хәбәр итермен”,-ти. Саҡырыу буйынса, Сарбулатов Абдрахмандың ҡатыны Алмабикә Йомағужаға сығып китә. Ләкин унда: “Беҙ орденды Баймаҡ районына ебәрҙек”,- тиҙәр. Орденды артабан юллаусы булмай.
“Память” китабының (II том) 117-се битендә ошондай юлдар бар:”Сарбулатов Абдрахман Мурзабулатович, 1908 г.р. ур.д. Иткулово Баймакского района, рядовой, стрелок, пропал без вести в январе 1944г.”

Слайд 10

Минең Йылайыр районы Сидор ауылында Маһира ҡарт оләсәйем йәшәй. Ул һуғыш йылдарында тракторист

булған. Һуғыштан һуң 36 йылдар һауынсы булып эшләгән. Хәҙер уға 88 йәш. Колхозда тырышып хеҙмәт иткән өсөн бик күп маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Беҙ ҡарт оләсәй менән ҡаҙ көтәбеҙ,быҙауҙарҙы алып ҡайтып ябабыҙ. Беҙ ҡарт оләсәйемде бик яратабыҙ.

Слайд 11

Беҙҙең ғаилә Сибай ҡалаһында Ғәҙелша урамы, 54- се йортта йәшәй.
Атайым Сибай ҡалаһында

тыуып үҫкән, Си БГУ –ны тамамлаған. Әлеге көндә УГОК- та хәүефһеҙлек буйынса инженер булып эшләй.
Әсәйем Йылыйыр районы Сидоровка ауылында тыуып үҫкән, Си БГУ – ны тамамлаған. Хәҙер шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.
Һеңлем Илгизә менән мин “Ләйсән ”балалар баҡсаһына йөрөйбөҙ.

Слайд 12

Беҙҙең ғаилә спорт ярата. Ҡыш көнө катокка коньки шыуырға, йәйгеһен Яугүл күленә

йә Төйәләҫ йылғаһының пляжына һыу инергә, ҡомда ҡыҙынырға йөрөйбөҙ.
Еләк бешеү менән Йылыйыр районындағы оләсәйҙәргә барабыҙ ҙа еләккә сығабыҙ.
Имя файла: Аҫаба-башҡорт-өс-нәмәне-белергә-тейеш:-ырыуының-шәжәрәһен,-хандар-тураһында-риүәйәттәрҙе,-өләңдәрҙе,-йондоҙҙарҙы-танырға.pptx
Количество просмотров: 24
Количество скачиваний: 0